Предыдущая публикация
Халҡын яҡлап һүҙ әйтерҙәй
Шәхестәр бит һатылдылар...
«Ерем, телем, халҡым!» тип
Лаф ороуҙар
Буш ҡыуыҡтай һытылдылар...
Кемгә кәрәк
Йырлап-бейеп, әҫәр яҙып
Йөрөүегеҙ, кемгә кәрәк?!.
Һеҙҙе күтәргәндәрҙең
Ышанысын
Тапанығыҙ, әрней йөрәк...
Белегеҙ һеҙ:
Халыҡ һеҙһеҙ йәшәй алыр
Артабан да. Белегеҙ һеҙ!
Тик шул халыҡ
Һөйөү, ихтирамынан тыш
Һеҙ үҙегеҙ бөлөрһөгөҙ...
Һатылдылар...
Исем, миҙал, ҡағыҙ өсөн
Барыһы ла һатылдылар...
Беҙгә тәҡдим итәләр
#Башҡорттар #Башкиры #Башҡортостан #Өфө #Шәхес #Намыҫ #bashkort
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1