Предыдущая публикация
Тормош матур, тормош матур
Ҡарап туйырлыҡ түгел!
Һөйөнөп-ҡыуанып ҡына
Йәшәйек әле беҙ гел!
Булмағанын булдырайыҡ,
Юҡты бар итәйек беҙ .
Төшөнкөлөккә бирелмәй,
Балҡып торһон һәр саҡ йөҙ!
Балаларҙың шатлыҡтарын,
Бәхеттәрен кисереп,
Йәшәйек әле, йәшәйек
Һөйөнөстән иҫереп.
Ашыҡмайыҡ мәңгелеккә,
Унан кире юҡ юлдар.
Бер -бербеҙгә терәк булып,
Торайыҡ һуҙып ҡулдар.
Ҡунаҡтарға йөрөшәйек,
Хәлдәрҙе белешәйек,
Был донъяның ҡәҙрен белеп,
Йәшәйек тә йәшәйек!
Нутфуллина Рәйлә
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев