Предыдущая публикация
Барыһы ла яҡшы булыр!-
Ниндәй йылы, матур һүҙҙәр!
Ҡояш нурын һипкән кеүек,
Балҡып китә беҙҙең йөҙҙәр.
Барыһы ла яҡшы булыр!-
Ышан һәр саҡ, икеләнмә!
Шат йылмайып бәхет йәнә
Ишек ҡағып балҡыр һиңә !
Барыһы ла яҡшы булыр!-
Ғәфү ит тә, онот тиҙ үк!
Үпкә-рәнйеү -ул яманлыҡ
Йөрәгеңдә йөрөтмә йөк.
Барыһы ла яҡшы булыр!-
Йөрәктәрҙә ирер боҙҙар!
Шатлыҡ-сафлыҡ инер унда,
Күңелдәргә тулыр наҙҙар!
Барыһы ла яҡшы булыр!-
Һөйөнөскә асылыр юл.
Бәхет һөйә тик шаттарҙы,
Алсаҡ, гел шат ҡына һин бул!
Тәҙерәгә тиҙ(е)рәк күҙ һал:
Ҡояш ҡарар, йә ҡар яуыр...
Ниндәй матур яҡты донъя!
Тимәк бар(ы)һы яҡшы булыр!
Нутфуллина Рәйлә
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев