Бик күп һәләтле кешенең көсө һалынған “Байыҡ” телевизион конкурсының гала-концерты ла геүләп үтеп китте. Оҫта ойоштороусы, даланлы етәксе Рита Өмөтбаева теләһә кемдәр менән эшләмәй инде ул: командаһы тел тейҙергеһеҙ, һәр кем үҙ урынында, шуға ла репетициялар ҙа һис бер тотҡарлыҡһыҙ ойошторолдо, концерт та бер тында көйлө барҙы. Бөтәһен бер таҡтаға баҫтырған, айырым сығыштарҙан сәхнәлә аныҡ, сағыу биҙәктәр төҙөп килтереп сығарған, нишләп Хашим Мостаевтың РСФСР кимәлендәге исеме юҡ, тип минән күренекле балетмейстерға исем таптырған режиссер Рәис Низаметдиновтың үҙенә, һис шикһеҙ, бөгөндән юғары исем бирерлек. Уның уҡыусыһы (хәйер, Учалыла ҡайһы ғына талантлы бейеүсегә төртмә, бөтәһе лә Рәис ағайҙың ҡарлуғасы була ла ҡуя) Фәнис Кәримов “Байыҡ”та тәүге тапҡыр хореограф булараҡ сығыш яһаһа ла, үҙен тик яҡшы яҡтан ғына танытты, уның менән эшләгәндәр бер ауырлыҡ тойманы. Тауыш операторы Вәсил Ғафаровтың да оҫталығы айырым маҡтауға лайыҡ - уға әйтеү кәрәкмәй, эшен белеп башҡара. Ғөмүмән, “Байыҡ”ты әҙерләгән егеттәр һәм ҡыҙҙар менән эшләүе рәхәт, сөнки белдекле, уңған, зирәктәр. Лилиә Ишмуллина, Айзилә Ҡотошева, Гөлниса Сафина, Фидалиә Баймөхәмәтова, Альбина Ғәлекәйева, Рөстәм Баһаув, Айназ Низаметдинов, Юлиә, Айҙар – һеҙгә ҙур рәхмәт!
Концертты алып барыусы Римма Ҡаһарманова менән Артур Ишмөхәмәтовҡа тамашасылар ҙа, бәйгелә ҡатнашыусылар ҙа һоҡланып, ғашиҡ булып бөттө - талантлы, аралашыуҙа ябай артистарҙың тартыу, арбау көсө ҡеүәтле. Көн оҙоно барған репетицияларҙа, бер нисә сәғәтлек концерт барышында сабыр ғына үҙ сиратын көтөп, режиссер, хореограф нимә әйтә, шуны теүәл генә үтәргә тырышып йөрөгән оло, урта йәштәге һәм йәш бейеүселәрҙең тәртиплелегенә, түҙемлегенә иҫең китер. Әбйәлилдән килгән ун айлыҡ бәпес тә иламай ғына йөрөнө әле ул! Тап концерт көндө ун айы тулған Регина еңеүсе бейеүселәр ғаиләһенән, йәғни Рәйлә Ниғәмәтйәнованың ейәнсәре, Хәлиҙә Ғәйфуллинаның ҡыҙы, Каринаның һеңлеһе! Дүртәүләп бейене улар! Шул уҡ Әбйәлилдән һоҡланғыс Үҙәнбаевтар ғаиләһе сәхнәне тултырып бейене лә ҡуйҙы. Улар быйыл “Ғаилә ансамбле” номинацияһында гран-приға лайыҡ булды. 1-се дәрәжә дипломы менән иһә Учалынан Йомағужиндар ғаиләһе бүләкләнде: Айсар, Гөлфинә, Аделия, Амелия, Айгөл. Был ғаилә ансамблендә иң өлкән бейеүсегә 36 йәш булһа, иң бәләкәскә 2 генә йәш. Беренән-бере һәләтлерәк ул һәм ҡыҙҙар тәрбиәләнгән ошондай бейеүсе ғаиләләр араһында, “Ғаилә ансамбле” номинацияһында, Хәйбулла районынан Билаловтарҙың ғаиләһе 2-се дәрәжә дипломы менән бүләкләнде: Фәрзәнә апай килене Гөлдәриә һәм ейәнсәрҙәре Айгүзәл, Әминә менән, эй, йәтеш итеп бейене. Ғаилә йылына арналған гала-концертты ҡарарға килеүселәргә шулай уҡ Ниғәмәтуллиндарҙың ғаиләһе гүзәллек өләште: 2014 йылда “дуэт” номинацияһында гран-при яулаған Илүзә менән Илгизгә алмашҡа алты йәшлек Камелия менән өс йәшлек Иделия үҫеп килә икән. Әсәле-ҡыҙлы Гүзәл менән Нәркәс Юлдашевалар ҙа бейеүҙәре менән күңелде йәмләне. Алтынбаевтар ғаиләһе, ысынлап, “алтын”ға бай: Әлиә 2010 йылда гран-при яулаһа, Салауат 2011 йылда гран-приға эйә булған. Был юлы сәхнәгә уларҙың өс йәшлек Рамазан улдары ла бейергә сыҡты (тәтәй бирәм, кәнфит бирәм, тегендә алып барам, бында алып барам, тип алдаштырып, әүрәтеп сығарҙылар ҡайһы бер бәпестәрҙе )) Гонорарҙары әлегә шулай бәләкәс, кәнфиткә алданалар)))
“Байыҡ” бәйгеһе еңеүселәре Лилиә менән Радик, 2015 йылда балалар “Байыҡ” конкурсында гран-при яулаған Искәндәр Хәлиловтар, шулай уҡ “Байыҡ” бәйгеһе еңеүсеһе Фәнис Кәримов кәләше Гөлиә һәм алты йәшлек улы Инсаф, өс йәшлек ҡыҙы Сафия менән, 2016 йылда ансамбль составында гран-при яулаған Лилиә, проекттың алыштырғыһыҙ режиссеры, жюри ағзаһы Рәис һәм балалар “Байыҡ” конкурсында гран-приға эйә булған Айназ менән Айгөл Низаметдиновтар ҙа, Туймазы ҡалаһынан “Сәфәр” өлгөлө бейеү ансамбле лә (етәкселәре Әлфиә һәм Дамир Ибраһимовтар), төрлө тарафтарҙан килгән ҡунаҡтар - “Илемби”, “Варенька”, “Андан”, “Асса” коллективтары ла тамашаның мәртәбәһен арттырҙы.
Бик матур бейеүҙәрҙән тыш, башҡорт халыҡ кейемен тергеҙеү хәрәкәтен алып барыусы, “Селтәр” студияһы етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙинаның, башҡорт милли кейемен тергеҙеүсе-рәссам Илдар Ғатауллиндың, Зилә Лираның, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының, ауыл оҫтабикәләренең кейем өлгөләре, мәргән уҡсыларҙың сығышы быйылғы “Байыҡ”тың үҙенсәлеге булып торҙо.
Һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә үткән сараға тамашасыларҙың да иң-иңдәре йыйылғайны - устарын йәлләмәй ҡул саптылар ғына.
“Байыҡ”та бер кем дә бүләкһеҙ ҡалмай, һәр кемгә иғтибар ҙа, урындар ҙа етә. Ә инде «Йәйғор» (Муравленко ҡалаһы, етәксеһе Ләлә Дәминова), «Ялҡын» (Туймазы, Химия Нәзипова), Нияз Байегетов; Ынйы Мансурова (етәксеһе Зилә Лира); Фатима Хәйретдинова; Марсель Мөхәмәтғәлин менән Вадим Ҡотоев; Әҙилә Ғайсина, Гөлназ Ишбулатова һәм Розалия Шәғәлина (Учалы, Юлиә Зайнишева), “Ҡалҡан» бейеү ансамбле (Фәнис Кәримов), Үҙәнбаевтар ғаиләһе - быйылғы гран-при яулаусылар. Уларҙың сығыштары ла, башҡа лауреаттарҙың, номинанттарҙың да бейеүҙәре шәп булды! Теләһә кем сыҡмай инде ул гала-концертҡа, иң лайыҡлылар ғына саҡырыла. Шуға ла тамашала ҡатнашҡан һәр кемде еңеүсе тип атар инем мин. Афариндар!
Аҙ ғына яҙырмын, тигәйнем, тағы һыу буйындай яҙып ташлағанмын )))))
#Байыҡ#Баик#бейеү#танец#концерт#тамаша#телевизионныйконкурс#башҡорт
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев