Кешеләр холҡо төрлөсә:
Кемдер ҡыйыу, кем оялсан,
Кем аҡыллы, кем мәкерле,
Кемдер яуыҙ, кемдер ихлас.
Кемдәрҙер йылы һүҙҙәрен
Башҡаларға мулдан бирә,
Ә кемелер вампир кеүек
Башҡанан изгелек имә.
Кемеһендә илһөйәрлек,
Ватан һөйөү баштан ашҡан,
Кемелер ярҙам кәрәктә
Ил - әсәһен ташлап ҡасҡан.
Кем тормошто өҙөлөп һөйә,
Үҙ тормошон яманламай,
Икенсеһе ыңғай яҡты
Маҡтап бер һүҙ әйтә алмай.
Ҡыйыулыҡ –ул ярты бәхет,
Булма , кеше, артыҡ йыуаш,
Батырлыҡ һәр саҡ ҙурлана,
Бахырҙарға юҡ хөрмәт, аш.
Һәр кем холҡо үҙенсәле,
Төрлө сифатта кешеләр,
Улар барыһы ла бергә
Ҙур бер гөлләмә ишеләр.
Кеше күңеле матур булһын,
Изгелектән һуғарайыҡ,
Ошо гөлләмәбеҙ менән
Гел алға ғына барайыҡ.
Фәүзиә Ҡотлогилдина – Алтынбикә
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев