Предыдущая публикация
Өфөнөң тыуған көнөнә бүләк!
Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәре,
Камилла Хамидуллина муз. Башҡара Алия Хамидуллина
1 Өфөм –башҡалам балҡый йыһанда
Ярты донъяны бергә йыйған да,
Ер шарын урай ябай бер ҡурай
Халҡымдың моңо унда яңғырай.
Ҡушымта:
Өфө ҡалаһы йәйғор нурында,
Йөрәгем мәңге һинең яныңда,
Мең балҡыш нурҙа ҡойона Өфөм,
Бар халыҡ һиңә һыйына Өфөм!
2 Өфө ҡалаһы шундай ныҡ матур,
Беҙгә ҡул болғай Салауат батыр,
Ете ҡыҙ ҙа бит гүйә терелгән
Ҡойонорға тип Өфөгә килгән.
Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев