Предыдущая публикация
Башҡортса һөйләшеүсе ҡалмай икән, Башҡортостан тигән исем ҡала аламы? Телебеҙҙе һаҡлайбыҙ икән, ата-баба васыят иткән төйәгебеҙҙе лә һаҡлайбыҙ.
Кинйә ейәнсәребеҙҙең теле башҡортса ғына сыҡты, мәгәр уға туған телебеҙҙә аралашырлыҡ тиҫтерҙәр таба алмайбыҙ. Башҡорт төркөмөнә йөрөтөп ҡараныҡ - урыҫса һөйләшәләр бит! Ниндәй саралар беҙгә туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә алыр?
Һөйләшеп алайыҡ әле, дуҫтар!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 76
Йөҙ процент һүҙең һинең бик тә дөрөҫ,
үҙ теленә һөйөү бөткән, вәт күренеш.
Өҫтәгеләр һөйләмгәс туған телдә,
башҡаларға нимә ҡала, шул үкенес.
Ҡайҙа барма, үҙ телеңдә һөйләшеүҙәр юҡ кимәлдә,
ярым - йорто, дөрөҫ әйтәң, ҡулланышта.
Күбеһенсә аралашыу рус телендә,
ата әсә күрмәй ахыры, дауамы бит балаһында.
Беҙҙең дәүер үткәстен дә нимә ҡалыр,
йөҙәр йылдар йәшәп килгән халыҡ, телһеҙ ҡалыр.
Юҡ, юҡ тимен, килмәй хатта уйлайһы ла,
саң ҡағайыҡ, табайыҡсы сараларын.
Һәр беребеҙ башлаһасы үҙ өйөндә,
һөйләшергә сабый менән туған телдә.
Рус теленә өйрәнерҙәр, заман шундай,
белер кәрәк икеһендә бер кимәлдә.
Уҡытыуҙар туған телде исем өсөн,
"бишле" ҡуя уҡытыусы һалмай көсөн.
Балалар ней, рәхәтләнеп шатланалар,
яҡшы билдә алдым тиеп ҡыуаналар.
Белмәһә лә һөйләшергә үҙ телендә,
хатта ли ки, ярым- йорто туған телдә.
Шаһзада.
Бар иғтибарҙы ейән - ейәнсәрҙәргә биреү кәрәк, сөнки һәр бер ауылдарҙа, ҡаланы әйтеп тә тормаймын, һөйләшеү тик урыҫ телендә.
Мин ауылдар буйлап күп йөрөймөн, үҙ телендә һөйләшкән балалар юҡ кимәлдә, йәл.