[17.02, 21:32] tamarafarit: – Керчь исемле атҡа арнап яҙған йырығыҙ Интернет селтәрен геү килтергәйне...
[17.02, 21:34] tamarafarit: – Был ат тураһында уҡығайным элек. Яугир аттың яҙмышына бер кем дә битараф түгелдер. Һуғыш тураһында яҙылған әҫәрем юҡ ине. Аттың ауылға ҡайтҡанын, ауылды урап сабып йөрөүен тыныс ҡына уҡып булмай, күҙгә йәш төйөлә. Бер-ике аҙна уйланып йөрөй торғас, был йыр, ниһайәт, килеп сыҡты. 2021 йылдың майында Беренсе каналдың «Мөғжизәләр яланы»на саҡырғайнылар. Еңеү көнөнә арналған ине был тапшырыу. Шунда Арсен Кәримов башҡарыуында «Керчь» йыры беренсе тапҡыр яңғыраны. Уны оҡшаттылар, күтәреп алдылар. Был ҙур ҡыуаныс, әлбиттә. Әлеге ваҡытта яугир атҡа һәйкәл ҡуйыу буйынса Башҡортостандың Миәкә районы Илсеғол ауылында эш алып барыла. Ҡулымдан килгәнсә, мин дә ярҙам итергә тырышам. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһам да, һөйләп йөрөйөм ошо хаҡта. Данлыҡлы ат – ул еңеүсе, беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле йән эйәһе, һалдат кеүек Еңеү таңын яҡынлатты.
[17.02, 21:47] tamarafarit: Был яҙма "Керчь Арғымаҡ" Йырының авторы, Мәскәү ҙә йәшәүсе шағирә, композитор Әлфиә Агееваның "Тамаша" Журналына биргән интервьюһынан алынды.
Әлфиә әлеге ваҡытта Керчька арналған поэма өстөндә эшләй. Ул беҙгә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Әлфиә, Илсеғолдар исеменән изгелектәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт🙏🙏🙏
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев