17 октябрь "Күкрәгемдән ҡоштар осорам..." тип аталған мәҙәни сара уҙҙы. Килгән ҡунаҡтар әҙиптең шиғырҙарын, шиғырҙарға яҙылған йырҙарын тыңланы. 1977 йылда төшөрөлгән "Мостай Кәрим. Башҡортостандың халыҡ шағиры" исемле видеояҙма ҡарап үтте.
Бөйөк әҙиптең әҫәрҙәренә бик күп спектаклдәр, фильмдар төшөрөлгән. Шулар араһында 2023 йылда сыҡҡан "Ярлыҡау" ("Помилование") фильмын да ҡаранылар.(Кемдәр күреп өлгөрмәгән, мотлаҡ ҡарағыҙ! Бик шәп фильм!)
Шағирҙың халыҡ араһында киң таралған "Уңдым" шиғыры бар. Унда:
Күп нәмәнән уңдым,
Рәхмәт һеҙгә,
Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!
Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.
Минән уңды микән бүтәндәр?.. - тип яҙа.
Башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, Рәсәй, донъя кимәлендә үҙ ижады, милли холоҡло геройҙары менән эҙен ҡалдырған шәхестең әҫәрҙәренән бик уңды уҡыусылар!
#НМРБМустайКарим #нашМустай
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев