Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларына тоғро булырға кәрәк. Боҙ оҙатыу йолаһы - ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған, йола байрамы. Элек йылғала боҙ ҡуҙғалған көн бер оло байрамға әйләнә торған булған. Урамда балалар: “Боҙ китә! Боҙ китә! Һыу буйына барығыҙ!” - тип ҡысҡырып йөрөгән. Йылғала боҙ ҡуҙғалғанын ҡарарға әбей-бабайҙар, йәш-елкенсәк һәм бала-сағалар йыйылған. Шаулап-гөрләп, ярға боҙ ташлай-ташлай китә ул һыу. Бер генә көн шулай була.
Боҙ оҙатҡанда йәштәр боҙ өҫтөнә бер ус һалам ҡуйып, шуға ут төртөп ебәргәндәр. Шулай уҡ һыуға ҡаршы баҫып изге теләк әйткәндәр, һаулыҡ һорағандар.
Әбсәләм ауыл клубында
"Боҙ оҙатыу" байрамын сәхнәләштереп,яҙ тураһында шиғырҙар, моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән ҡыуандырып- "Сәләм"вокаль ,"Тамсылар " бейеү,"Шаяндар" театраль коллективтары сығыш яһаянылар.Шулай уҡ тамашасыларға төрлө йомаҡтар,һынамыштар, әйтемдәр тәҡдим ителде.
Байрам күңелле башҡорт халыҡ уйыны "Наза" менән тамамланды.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3