Атай! Шундай матур яңғырай! Был исем эсенә изгелек, тоғролоҡ, дөрөҫлөк, көс-ғәйрәт һыйған, һәм, әлбиттә, был исемдә ҡатынына, балаларына мөхәббәт тә бар. Һәр бер атай ошо һүҙҙәрҙе ишетеп, үҙенең ғаиләгә, балаға шул тиклем кәрәк булыуын, уларға терәк, өлгө булыуын аңлаһа ине. Юҡҡа ғына халыҡта «Атайлы бала – арҡалы», тип әйтмәгәндәр бит.
Беҙҙең тормошта күп әйберҙәр килеп тора, китеп тора. Һатып алырға мөмкин, һатып ебәрергә. Лотереяла оторға, карьера төҙөргә, емерергә, өйләнергә, аҙаҡ айырылышырға һәм башҡа. Бөтәһе лә үҙгәрә. Ә шулай ҙа ҡайһы берҙәрен беҙ үҙгәртә алмайбыҙ. Балағыҙ тыуғас, һеҙ атай булаһығыҙ һәм мәңге шулай булып ҡалаһығыҙ. Һеҙ төрлө атай була алаһығыҙ: яман-яҡшы, изгелекле-яуыз, иғтибарлы-иғтибарһыҙ һ.б. Нисек кенә булһа ла бәләкәй генә кешенең атаһы. Әсәй менән атайҙың баланы яратыуы төрлө һәм уларҙың икеһе лә баланың шәхес булып формалашыуында мөһим. Атай ул балаға яҡын кеше генә түгел, ә ир кеше өлгөһө. Үҙенең өлгөһөндә баланың тирә-яҡтағылар һәм үҙе тураһында мәғлүмәт тупларға ярҙам итә. Ул балаларға күберәк иркенлек бирә, үҙаллылыҡҡа ынтылыуын яҡлай, социаль яҡтан тиҙерәк өлгөрөүөнә, уңышлы булыуына булышлыҡ итә. Атай – бала өсөн иң беренсе супергерой. Атаһы эргәһендә бала бер нимәнән дә ҡурҡмай. Атай иң көслөһө! Атай иң дөрөҫө! Һәм бер кемгә лә сер түгел: бала атаһын яҡшы яҡтан да, яман яҡтан да ҡабатлай. Бала булмышы – мин атай кеүек булам! Тәрбиәлә атайҙың роле алыштырғыһыҙ. Ә улар һәйбәт тәрбиәсе булыр өсөн бөтәһен дә эшләйме һуң? Бөтәһе лә был эштең мөһимлеген аңлаймы? Психологияла атайҙарҙың балаға ҡарата булған мөнәсәбәтенә ҡарап ике төркөмгә бүләләр: беренсеһе – психологик ҡурсалаусы. Төп маҡсаты – яҡлау, һаҡлау, һәм ул сифат балаға бәләкәй саҡта күрһәтелә, бала ҙурайғас һүнә. Икенсеһе – өйрәтеүсе. Бала бәләкәй саҡта бик ҡыҫылмай, яйлап үҙенең белгәндәренә өйрәтә, сыныҡтыра, тормошҡа өйрәтә, үҙенең дауамы итеп тәрбиәләй. Тағы бер классификация бар. Бында өс төрлө атайҙар билдәләнә. Беренсе тип. Атай – яҡшы дуҫ. Эштән ҡайта ла бала менән уйнай, төрлө машиналар һатып ала. Бала менән төрлө конструкциялар төҙөй, йүгерә, һикерә, туп тибә. Әлбиттә, яҡшы дуҫ булыу насар түгел, тик шуныһы бар. Баланың тормошта дуҫтары күп булыуы мөмкин, ә кем уға атай булыр. Икенсе тип. Атай – ғаилә башлығы. Был ғәҙәти булып иҫәпләнә. Өй эсендәге ваҡ көндәлек эштәргә ул бик ҡыҫылып бармай, үҙен ҙур эштәргә сарыф итә, аҡса таба, донъя бөтәйтә. Ул үҙенең барлығы менән генә лә балала ышаныс тыуҙыра, бер нимәнән дә шикләнмәй тормошта кәрәк буласаҡ, тип иҫәпләгән һөнәрҙәргә баланы өйрәтә. Өсөнсө тип. Үҙенсәлекле атай. Ундай атай хатта әсәй кеше нимә эшләргә тейеш икәнен унан да яҡшыраҡ белә, уға ышанмай күп эштәрҙе үҙ өҫтөнә ала. Тик бер ҡурҡынысы бар. Ғаиләлә конкуренция башланһа, икеһе лә әсәй урынына баҫһа, кем һуң балаға атай булыр? Шулай итеп, беҙ атайҙар тураһында ҡайһы бер һорауҙарҙы асыҡланыҡ, нимә тип кенә әйтһәк тә атайҙың роле ғаиләлә бик ҙур. Һуңғы тикшеренеүҙәр ҙә шуны күрһәтә – атай тәрбиәһе алған балаларҙа аҡыл кимәле юғарыраҡ. Атай улға ла, ҡыҙға ла кәрәк. Атай кеше улына ҡабатлау өсөн өлгө булһа, ҡыҙына ул хуплаусы булып тора.
Балалар ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең дөйөм көйөн һиҙгер ҡабул итә. Даими рәүештә бер-береһенә яҡшылыҡ теләү атмосфераһында йәшәү уның нормаль үҫеүе әсән ыңғай шарт булып тора. Ә ғаиләләге конфликттар бала психикаһына кире йоғонто яһай, етди ауырыуҙарға алып килергә мөмкин. Хатта бәләкәй балалар ҙа ата-әсәнең үҙ-ара насар мөнәсәбәте сәбәпле килеп тыуған эмоциональ дискомфортты тоя. Шуға күрә бала ата-әсәһен ыҙғышҡан хәлдә күрергә тейеш түгел. Ниндәйҙер сәбәп менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан икән, ара боҙолоуҙы оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, сөнки был хәлде балалар .бик ауыр кисерә. Әгәр ғауға ҡупҡан икән, уға һис тә баланы ылыҡтырырға, унан шаһит та, судья ла яһарға ярамай.Ҡыҙған килеш балала бер-берең тураһында насар фекер тыуҙырырға тырышмағыҙ, ваҡытында туҡтала, үҙегеҙҙе ҡулға ала белегеҙ. Һеҙ, асыуығыҙ баҫылып, татыулашҡас та, баланың уны оҙаҡ ауыр кисерәсәген онотмағыҙ.
Атай һәм ир бала
Һәр бер атай үҙенең улын ысын ир-егет булып үҫеүен теләй. Ә нисек улай итеп тәрбиәләргә икәнен ҡайһы ваҡыт үҙе лә белмәй. Балаһын дуҫтарса футбол уйнағанда, дөрөҫ типмәйһең, машинаны белмәйһең, тип тәнҡитләй башлай, һәм бала аралашыуҙан яйлап ҡына ситләшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир-егетлекте лекция уҡып ҡына һеңдереп булмай. Балаға иң тәүҙә атайҙың хуплауы, аралаша, аңлаша белеүе кәрәк, уның ышанысын яулағас ҡына, уның өлгөһөнә эйәреп, ул теләгәнсә эшләй башлай. Әлбиттә, кем үҙенә оҡшамаған кешегә оҡшарға тырышһын! Ә атай кеше сабырһыҙ, ҡыҙыу булһа, ир бала башҡа малайҙар араһында үҙен уңайһыҙ, ышанысһыҙ тотасаҡ. Ул ваҡытта икенсе яҡын кеше – әсәй өлгөгә әйләнә. Әсәһенең тормош моделен һайлаған егет тормошта үҙ урынын табырмы? Нисек улыңа начальник булмаҫҡа, ә үҙ кеше – терәк булырға – шул булыр атайҙың изге бурысы. Атай кеше ир балала ир-егетлек, ҡатын-ҡыҙға хөрмәт менән ҡарау, үҙ өҫтөңә яуаплылыҡ алыу, эшкә һәләтлелек һәм башҡа ир-егеттәргә генә хас булған сифаттар тәрбиәләй.
Шулай итеп, әгәр атай кеше улын ысын ир итеп тәр¬биәләргә теләй икән, ул илағанда уға ябырылыр¬ға, әрләргә, “ҡыҙҙар уйыны”н уйнағанда оялтыр¬ға, тик спорт менән генә шөғөлләндерергә тейеш түгел. Атай балаһын мыҫҡыллауҙан тыйылһын. Мыҫ¬ҡыл¬лау – бәләкәстәр өсөн үтә көслө сара. Ул үҙен кәм¬һе¬телгән итеп тоя. Шәхесте мыҫҡыллау аша язалау бер ваҡытта ла тәрбиәүи маҡсат¬ҡа, ыңғай һөҙөмтәгә килтермәй.
Атай улы менән ваҡытын рәхәтләнеп, ҡәнәғәтлек ки¬сереп уҙғарырға, ҡайһы саҡ икәү генә йө¬рөп ки¬лер¬гә бурыслы. Үҙҙәренә генә ҡағылышлы, икеһе ге¬нә бел¬гән серҙәре булыу мөһим.
Атай һәм ҡыҙ бала
Ни өсөндөр атайҙың өлөшө ҡыҙ бала тәрбиәләгәндә мөһим түгел, тигән ҡараш йәшәй. Йәнәһе, әсәй тәрбиәләһә лә еткән. Ә бит, ысынында, тик атаһында булған ирлек сифаттарына ҡарап, үҫеп еткәс ҡыҙ бала үҙенә тормош иптәше һайлай. Шуның өсөн биш йәшлек кенә ҡыҙ баланы атаһы, ҡалай минең ҡыҙым һүрәтте матур төшөргән, тип маҡтаһа, 12 йәшлек ҡыҙына – күлдәгең бигерәк килешә, тип әйтһә, ә инде 16-17 йәштә – һин дуҫлашҡан ул егет – бик яҡшы кеше, тип фекерен белдерһә, ҡыҙ бала атаһының фекерен һәм уның үҙен дә бик ихтирам итәсәк. Ә уның ҡорған ғаиләһендә был яҡшы күренеш дауам итәсәк. Шулай итеп, атай кеше ҡыҙ балала гармония, үҙ-үҙеңде аңлау, ҡатын-ҡыҙ ҡиммәте кеүек матур сифаттар тәрбиәләп кенә, ҡыҙ бала интуитив рәүештә тормош иптәше итеп атаһына оҡшаған кешене һайлай.
Бала менән атай аңлашһын, үҙ-ара татыу йәшәһен өсөн иң беренсе аҙымды атай эшләй, сөнки ул өлкәнерәк һәм аҡыллыраҡ.
Тимәк, ғаиләлә атаның иң аҡыллы позицияһы — хеҙмәттәшлек, дуҫлыҡ, иғтибарлылыҡ, балаларҙың эштәре менән ысын күңелдән ҡыҙыҡһыныу позицийһы. Әгәр атаның үҙ балалары менән тәүҙән үк дуҫтарса мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килһә, бала уның тормошонда бөтәһенең дә атаһы өсөн ҡыҙыҡлы булыуын белһә, аталар һәм балалар проблемаһы тыумай.
Ниндәй генә яҡшы мәктәп тәрбиәләмәһен, ниндәй генә яҡшы уҡытыусылар уҡытмаһын, иң яҡшы бала тәрбиәләүсе – һеҙ ул, атайҙар!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев