Балаҡатай районы респуб¬ликаның төньяҡ-көнсығы¬шында урын¬лашҡан, баш ҡаланан ара алыҫ ҡына. Әммә төрлө милләт ара¬һында көн итеп тә, халҡы асылына тоғро ҡалғандар йәшәй был төбәктә.
Башҡортостандың халыҡ артисы Миңләхмәт Ғәйнетдинов, исеме киң билдәле диктор Флүрә Мурзина кеүек сәнғәт өлкәһендә эшләгән шәхестәрҙе телгә алып китеү урынлы булыр. Шулай уҡ республикала билдәле ғалимә¬ләр Луиза Сәмситова, Зөбәржәт Шәйхисламова, Флүзә Ғайсина – Әшәй ауылы ҡыҙ¬ҙары.
Әлбиттә, был яҡта күптәр урыҫ телендә ижад итә. Ә хәҙер башҡорт телендә ижад иткән башлап яҙыусыларҙың әҫәрҙәре менән танышайыҡ.
Райхана ӘХМӘҘИЕВА Масҡары ауылында тыуған. Әшәй мәктәбен тамам¬лағандан һуң Златоуст индустрия тех¬никумында тимерсегә уҡыған. Үрге Үтәш ауылына килен булып төшкәс, ашнаҡсы, аҙаҡ һауынсы булып эшләй.
Шиғырҙарын юбилейҙарға, төрлө иҫтәлекле даталарға бағышлап яҙа. Улар “Йәшлек”, “Яңы Балаҡатай” гәзиттәрендә донъя күргәне бар. 2014 йылда төбәктә ойошторолған “Тыуған яғым – алтын бишек” конкурсында ҡатнашып, икенсе урын алған.
Заманында “Алла юҡ” тип,
Илдә ҡупты ҙур дауыл.
Бары дауылға ҡушылды,
Мәсет емерҙе ауыл.
Манараларын быстылар,
Айы ергә ҡаҙалды.
Әҙәмдәрҙән иман ҡасты,
Әхлаҡһыҙлыҡ таралды.
Аллаһыҙ заманда үҫтек,
Беҙ бик бәләкәй инек.
“Бисмилла” тиер урынға
“Һәр ваҡыт әҙер!“ тинек.
Сәстәргә лә салдар ҡунды,
Көн тыуа “бисмилланан”,
Дин юлынан китмәһәк тә,
Һоранабыҙ Алланан.
Иман ҡайтһын халҡыбыҙға,
Шайтан эҙе юғалыр.
Ауыл халҡы аҡсаһына
Хоҙай йорто һалыныр.
Күмәкләп мәсет һалына,
Ситтә ҡалма – ярамай.
Эштең һөҙөмтәһе булып
Балҡыр йәнә ярым ай.
Иман ҡайтһын кешеләргә,
Хәмер ҡоло булмағыҙ.
Һыра кибетенә түгел,
Мәсеттәргә атлағыҙ.
Йома намаҙы яңғырар,
Изгелектәр ҡылайыҡ.
Мәрхәмәтлектәр эшләп,
Сауап алып ҡалайыҡ.
Буш тормаһын мәсеттәр ҙә,
Доға ҡылһын йәмәғәт.
Күңел тыныслығы килер,
Донъяғыҙға – бәрәкәт!
ТЫУҒАН ЯҒЫМ
Муйылдар ап-аҡ сәскәгә
Төрөнә яҙҙар һайын.
Тәлгәшләнер улар көҙгә,
Был – минең тыуған яғым.
Талғын елгә бәүеләлер
Йәшел суҡлы аҡ ҡайын.
Сәләм юллайҙыр ул миңә,
Был – минең тыуған яғым.
Тартып тора гел үҙенә,
Ҡайталмаһам бик ҡыйын,
Йөрәгемдең гел түрендә,
Был – минең тыуған яғым.
Айгөл АПАРОВА, Билән ауылы Уның яҙған иншалары республика конкурсын¬да маҡ¬тау ҡа¬ғыҙҙары менән билдә¬ләнгән.
МИНЕҢ ШӘЖӘРӘМ
Уралтауҙың ҡуйынына
Һыйынып үҫә шәжәрәм!
Олоно төҙ, шәмдәй уның,
Тамырҙары ныҡ, тәрән!
Шәжәрәмдә бер япраҡ мин,
Тамырымдан һут алам,
Өҙөлә ҡуйһам, һарғайырмын,
Был донъянан юғалам.
Рәйфә СИТДИҠОВА Юлдаш ауылында тыуған. Мәктәпте тамам¬лағас, клубта эшләй. Бөгөн Урғалала йәшәй. Өс бала әсәһе.
ӨМӨТ
Көтә халыҡ Яңы йылды –
Шатлыҡ ҡына килтерһен.
Көр күңел менән бар донъя
Киләсәккә елдерһен.
Яңы йылда яҡты уйҙар,
Теләктәр ҡабул булһын,
Өмөтләнеп көтәбеҙ –
Илгә бәрәкәт ҡунһын.
Ниндәй генә йыл килмәһен,
Яңы йыл ул – мөғжизә,
Балаларҙай шатланышып
Көтәбеҙ бергә-бергә.
Саф һауаны, зәңгәр күкте
Болоттар ҡапламаһын,
Хазиналай еребеҙҙә
Шифалы һыуҙар аҡһын.
Иҫке йыл ҡалды тарихҡа,
Яңы йыл килде беҙгә!
Ололар ҙа, балалар ҙа
Булһын яҡшы ғәмәлдә.
БӘХЕТ – ӘСӘЙ БУЛЫУҘА
Ҡатын бәхете ниҙә һуң?
Фәҡәт әсәй булыуҙа,
Бәпескәйен ҡулға алып,
Имеҙеүҙә ҡуйында.
Шундай тәрән, татлы тойғо
Кисерә ул шул мәлдә.
Иң яҡты йыр – бишек йыры
Яралғандай күңелдә.
(“Башҡортостан” гәзите, 18.02.2015 йыл)
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев