Армияла хеҙмәт – һәр егеттең маҡтаулы бурысы
Һәр йәш кешенең тормошонда билдәле бер ваҡытта хәрби комиссариаттан повестка килә. Рәниз Нуриев та бынан ситтә ҡалманы, быйыл 25 июндә уны армияға саҡырҙылар. Саҡырылғанға тиклем ул Златоуст ҡалаһында автомеханикҡа уҡыған. Уҡып сыҡҡандан һуң уны шунда уҡ армияға алып китәләр. Ракета ғәскәрҙәренә эләгә, хеҙмәте Псков өлкәһенең Остров ҡалаһында бара. Рәниз армия шарттарына тиҙ яраҡлаша, уға яңы нәмәләр өйрәнеү ҡыҙыҡлы, һәм белем алыу артынджа ваҡыт тиҙ үтә. Бынан тыш, армияла ул экскаватор машинисы курстарын үҙләштереп өлгөрҙө лә инде.
Дуҫтарына ул армиянан ҡурҡмаҫҡа кәңәш итә, сөнки ул кешене тәртипкә өйрәтә һәм ойоштора, ысын ир булырға ярҙам итә. Иң мөһиме - етәкселек бойороҡтарын үтәү һәм бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу, ул шулай эшләй ҙә. Дүрт ай буйына хеҙмәт итеү уның өсөн һиҙелмәйенсә үтеп киткән.
Икенсе ай инде армияға көҙгө саҡырыу бара. Әлеге көҙгө саҡырылыш барышында Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәренә райондан илленән ашыу йәш егет хәрби сафҡа баҫасаҡ. Уларға һәм Рәниза Нурыевҡа хәрби хеҙмәттә уңыштар теләйем, намыҫ менән хеҙмәт итегеҙ һәм өйгә ҡайтығыҙ.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев