Предыдущая публикация
ҺАҒЫШ
Тәҙрә төбөндәге гөлөм,
Сәскәләргә томалған.
Йәрем минең, мөхәббәтем,
Томандарҙа юғалған.
Йөрәгемә яра һалып,
Ҡалдырҙың сәсеп осҡон.
Дөрләп янып, көлгә ҡалып,
Ялмаһын өсөн ялҡын.
Шатлыҡтарҙан ғына торған,
Бәхетле көндәр үткән.
Ҡайҙа булды антың һинең?
Мәңгелеккә йәр иткән.
Вәғәҙәләрең булды бушҡа —
Һағыш солғай булмышты.
Томандарға ҡаршы барам,
Буйһондороп яҙмышты.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев