Исем ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Рәзилә Байғазаҡова "Айыҡ ауыл-2020" республика конкурсы сиктәрендә халыҡ араһында аңлатыу эштәрен әүҙем алып бара. Мәктәп уҡыусылары алдында ғына түгел, хеҙмәт коллективтары өсөн дә эскелек, тәмәке тартыу, наркомания кеүек социаль сирҙәр тураһында лекциялар, әңгәмәләр үткәрә, һаулыҡтың иң ҙур байлыҡ булыуын, сәләмәт йәшәү рәүешенең бөгөнгө көндә ни тиклем дә актуаль икәнелеген медицина күҙлегенән сығып, ентекле аңлата, өйрәтә, йүңәлеш күрһәтә.
- Һуңғы йылдарҙа халыҡ, ысынлап та, үҙ һаулығына иғтибарын ныҡ арттырҙы. Бөтөнләй эскән кешеләр юҡ тип әйтеп булмаһа ла, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡандар әллә ни күп түгел, бармаҡ менән генә һанарлыҡ тиергә була. Ундайҙар менән даими эшләйбеҙ, айыҡлыҡ хәрәкәтенә ҡушылырға өндәйбеҙ, - ти Рәзилә Дәүләтбай ҡыҙы.
https://golos.bashkortostan.ru/polls/224/ #исемауылыөсөнтауышбир #айыҡауыл #трезвоесело #исимово #кугарчинскийрайон
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев