Предыдущая публикация
– Ауыҙ тултырып ит ашар көн булырмы-юҡмы? – тип һуҡранды ҡарт, ҡалағы менән шыйыҡ өйрәһен болғата-болғата.
– Быҙау алып үҫтерәйек һуң, – тип элеп алды сәй әҙерләп йөрөгән ҡарсығы. – Нисек тә ҡарарбыҙ әле, малһыҙ донъяның рәте юҡ шул.
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Йәйге йәмле кистәрҙең береһендә уларҙың ихатаһында бер йәшлек башмаҡ пәйҙә булды. Байтаҡ бурысҡа батһалар ҙа, ҡарт менән ҡарсыҡтың ҡыуанысы ҙур ине. Был шатлыҡты көндән-көн арта барған мәшәҡәттәр ҙә һүрелтә алманы. Ҡартҡа көн режимын киҫкен үҙгәртергә тура килде.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1