«Ҙур күҙҙәре төпкә батҡан ҡаршымдағы һылыуҙы, ҡапыл ҡарағанда, хәсрәткә сумған үҫмер ҡыҙ тиергә мөмкин.
42 йәшлек Алиә Өфөләге ҙур ойошмаларҙың береһендә бухгалтер булып эшләй. Ике бала әсәһе. Ире махсус хәрби операцияға юлланғас, йөрәгенә хәүеф инә. Ҡапыл уның менән бәйләнеш өҙөлгәс иһә, ашауҙан, йоҡонан яҙа. «Госпиталдәмен», – тигән хәбәре килеү менән тынысланғандай була. Әммә һаман тамағына аш бармай, төндәрен керпек ҡаҡмай уҙғара. Беҙгә килгәндә кәүҙәһенең ауырлығы 39 килограмм ғына ҡалғайны», – тип һөйләй Башҡорт дәүләт медицина университетының психиатрия, наркология һәм психотерапия кафедраһы доценты, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип-психиатр, психотерапевт Ольга Алексеевна ПЕРМЯКОВА.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев