Предыдущая публикация
(Зөһрә Фәйзуллина)
Көндө төнгә ялғай-ялғай
Айҙар үтә, йылдар үтә.
Япраҡтарын ҡоя-ҡоя
Ғүмерҙәрҙең көҙө етә.
Көҙгө елдәр әсе икән,
Ғүмер үкенесле икән,
Һуңлап ҡына ҡәҙерҙәрен
Белеүҙәре ҡыйын икән.
Кисерегеҙ, йән дуҫтарым,
Баралманым саҡырғанда.
Иңдәремде ҡуяалманым,
Тормош йөгөн һеҙ тартҡанда.
Кисер мине, йән һөйгәнем,
Хистәремде сайпылдырҙым,
Биралманым тик үҙеңә
Мөлдөрәмә тулы көйө.
Кисерегеҙ, тыуған яҡтар,
Күкһел тауҙар, ғәзиз тупраҡ.
Мин ҡаңғырам сит яҡтарҙа,
Сит яҡтарҙан ҡурсыу һорап
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 20