Предыдущая публикация
(Риф Арыҫланов муз.)
Көҙгө үкһеп ҡара болот илай,
Ҡайын япраҡтары ҡойола,
Берәм-берәм ергә төшөп ята,
Тупраҡ ҡуйынына һыйына.
Ҡайын япраҡтары түгел ғүмер,
Ғүмер япраҡтары ҡойола.
Һары ғына түгел, йәшелдәре,
Йәп-йәш ғүмерҙәр ник ҡыйыла?
Ер ҡуйынында ҡайын япраҡтары
Ҡышты ҡаршыларға йыйына.
Шуға, ахыры, ҡара болот илай,
Йөрәктәргә һағыш уйыла.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 7