Предыдущая публикация
)
Ҡылдан нескә генә ҡатын-ҡыҙ күңеле,
Ҡыйырһытты кемдәр, йәш ҡоя түгелеп.
Бәлки, яңғыҙлығы үҙәген өтә,
Төндәре йоҡоһоҙ, бәхетен көтә.
Кемдең яратҡаны башҡа йәр менән,
Кәмһетелгән яҙмыш йәшәй зар менән.
Хәсрәтен арттырма, һағышын тарат,
Илатма һин уны, илатма, ярат.
Кемдең яратҡаны күңелен киҫкәндер,
Уйламайса ауыр һүҙҙәр әйткәндер.
Яңлышыңды таны, һағышын тарат,
Илатма һин уны, илатма, ярат.
Тик наҙға-һөйөүгә лайыҡлы йәр һеҙ,
Беҙҙе яратырға яратылғанһығыҙ.
Күҙ йәштәре кипһен, һағыш таралһын,
Нурлы йөҙөгөҙҙә тормош яңырһын.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 5