Һәр көн сыҡҡан ҡояш шикелле
Йылдар һайын данлай был байрам
Гүзәл зат – әсә кешене.
Әсә! Ошо һүҙҙән дә яғымлы һәм ҡәҙерле төшөнсә юҡтыр. Был һүҙҙе әйтеү менән донъя яҡтырып, киңәйеп, йәмләнеп киткән төҫлө тойола. Әсә - тормошто дауам иттереүсе һәм ҡәҙерле балаларын иркәләп, наҙлап тәрбиәләп үҫтереүсе зат
Әсәй – ул изге зат. Әгәр биттәреңдән наҙлы елдәр иркәләһә, һандугас һайрауҙары , ағас япраҡтары леперҙәткән ауаздар, йөрәгеңә кереп, бәғереңде өҙһә, бел – был әсәйең рухы булыр. Әгәр һин шатланһаң, бәхетеңде тапһаң, бел – бөтәһе лә әсәйеңдең йоҡоһоҙ төндәренән. Улар иҫән саҡта, матур йәшәүе беҙ, изгелекте эштәребеҙ менән һөйөндерәйек. Матур байрамға йыйылдылар һөйөклө, ҡәҙерле әсәләребеҙ.
Байрамығыҙ менән ҡотлап һеҙгә оло бәхет, һулымаҫ матурлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм именлек теләйбеҙ.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев