Ҡырыҫ Балтиканың ярына.
Милләттәштәр, һеҙҙән сәләм әйттем
Салауат та батыр рухына.
Йәшәй, тинем, башҡорт, унда әле
Саялыҡ та, көс тә, сәм дә бар.
Халҡым тамыры ҡорор, тип ҡайғырма –
Күпләп тыуа илдә балалар.
Эй, Салауат, рухың ярҙам итһен
Бер уяныр башҡорт, уяныр...
Берҙәмлектә генә көс икәнен
Халҡым килеп бер аңлар.
Телгә килде Салауаттың рухы,
Яуап алып килде сал тулҡын:
“Ирҙәр үҙен ир тип иҫәпләһә,
Илен, телен, халҡын яҡлаһын.
Талдарынан ҡандар тамған ерҙең
Ҡәҙерҙәрен берүк белегеҙ.
Башҡа милләт менән татыу йәшәп,
Хужа булып ҡала белегеҙ.
Ҡул көсөнә түгел, башҡорттарым
Аҡылына нығыраҡ таянһын.
Ҡурайына ғашиҡ булған донъя
Башҡорт аҡылына таң ҡалһын!"
Балтика буйҙарында Салауаттан
Бына ошоларҙы ишеттем.
Сәләмдәрен уның түкмәй-сәсмәй
Бөгөн бына һеҙгә еткерҙем.
©Роза Хәмзина
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев