Предыдущая публикация
Балаһының телһеҙ булыуҙарын
Теләгән әсә Ерҙә бармы икән?
Ниңә беҙҙе телһеҙ ҡалдырырға
Тырышаһың икән һин – Рәсәй?
Теле юҡтың уның иле лә юҡ,
Илһөйәрлек – башҡорт ҡанында.
Илһеҙ, телһеҙ ҡалһаҡ, илһөйәрлек
Юғалмаҫмы беҙҙә ҡапылдан?
Нисә быуат инде хаҡ яҙмышың
Ҡыл өҫтөндә ҡалған саҡтарҙа
Иң беренсе һин бит башҡорттарҙы
Саҡырғанһың хәрби сафтарға.
Донъя тыныс түгел, бәлә килһә,
Онотолор әрнеү, рәнйеүҙәр.
Һине һаҡларға тип, иң беренсе
Яугир башҡорт атын эйәрләр.
Их, Рәсәй!..
©Роза Хәмзина
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев