Предыдущая публикация
һайын,
Һин етмәйһең миңә, әсәйем.
Гел йылмайып ҡаршы ала инең,
Тәмле ине мәтрүшкәле сәйең.
Һөйөп ала инең арҡамдан,
Их, ҡыҙымды, тиеп яратып.
Их, бәхетле инем шул саҡтарҙа!
Һүҙҙәр менән булмай аңлатып...
Һағындыра, әсәй, шул ваҡыттар,
Хәтеремдә ҡалған уйылып.
Һин йәшәйһең минең йөрәгемдә,
Күңелемдә мәңге ут булып!
Күңелкәйем тартмай инде хәҙер
Тыуған яҡтарыма ҡайтырға.
Өйөбөҙҙөң йәме юғалғандай,
Һин булмағас, әсәй, янымда....
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев