Предыдущая публикация
“Бәхетле бул!” – тиеп
Үҙ алдыма ғына өндәшәм.
Үткәндәрҙә ҡалдың... Тик
һаман да
Йөрәгемдә һине йөрөтәм.
Тыйып булмай ярһыу күңелемде.
Уйҙар, уйҙар... Тынғы бирмәйҙәр.
Күҙ йәштәре өткән күҙҙәрем дә
Бөтә ерҙә һине эҙләйҙәр!
Һыҡтап торған йөрәккәйем минең
Өндәшкәндәй кеүек: “Һуң инде”.
Тик һаман да төштәремдә күрәм
Һөйөп баҡҡан зәңгәр күҙеңде…
©Гөлкәй Шиһапова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев