Закон сығарып ултырған
Депутаттар бит хаҡлы.
Емерәбеҙ, таратабыҙ
Беҙ үҙгәрештәр яҡлы.
Завод-фабрикаларҙы ла
Килемһеҙ тиеп таптыҡ.
Оҙаҡ та уйлап торманыҡ
Беҙ уларҙы ла яптыҡ.
Колхоздарҙы, совхоздарҙы
Бөтөнләй ташлап ҡуйҙыҡ.
Сит илдәрҙән килтерелгән
Аҙыҡтар менән туйҙыҡ.
ВУЗ филиалдарын астыҡ
Балалар баҡсаһында.
Кредит ала ата-әсә.
Йәлләмәй аҡсаһын да.
Урта мәктәпте тамамлап
ВУЗ-ға китте балалар
Ясле бинаһында уҡып
ВУЗ дипломы алалар.
Ауылдарҙа мәктәптәрҙе
Ябабыҙ, бер ни түгел.
Ауыл бөтә, йәштәр китә
Кителә бер аҙ күңел.
Аҡсаһын биреп хөкүмәт
Бала таптыра тағы.
Тик ясле юҡ, мәктәп бөткән,
Юлдың өҙөлгән сағы.
Ипотекаға булыр тип,
Таба икенсе бала,
Йоҡлар өсөн урам буйлап
Улар ҡыҙҙыра ҡала.
Йөҙ һум бирһә, йөҙ һум өҫтәп,
Ала банк, ҡайыра.
Әгәр ҙә түләй алмаһаң
Фатирыңдан айыра.
Яслеләргә бик ҙур сират
Белмәйбеҙ алды-ялды.
Беренсе балаға бирһен
Хөкүмәт капиталды.
Аҡса китә тотоу өсөн
Эшһеҙҙәр армияһын.
Аҡса өсөн тапҡан бала
Эшһеҙ тороп ҡалмаһын.
Байҙар һаны иҫәбенән
Американы уҙҙыҡ.
Урам тулы берәҙәккә,
Бишәр тин аҡса һуҙҙыҡ.
Хәҙер наглый кешеләргә
Асыҡ бөтә юлдар за.
Закон аҡсалыны яҡлай
Ут-һыу теймәй уларға.
Емерәрбеҙ таратабыҙ
Депутаттар бит башлы.
Күп хужалар алды байып
Хөкүмәт улар яҡлы.
Закон сыҡһа тергеҙергә
Хөкүмәт бүлер аҡса.
Гастробайтерҙар килерҙәр
Төҙөп ҡуйырҙар баҡса.
Сит илдәрҙән инвесторҙар
Йәлеп итәбеҙ хәҙер.
Беҙҙең байлыҡты аҡсаға
Беҙгә һатырға әҙер.
Тик хәҙергә таратабыҙ,
Урлашабыҙ, һатабыҙ.
Ҡасан яңы закон сығыр, -
Тиеп көтөп ятабыҙ.
Никах теркәргә ҡалаға
Такси яллап барабыҙ.
Туй яһарға кредит алып
Байрам итеп ҡалабыҙ.
Почталар ҙа бөтөп бара,
Мәктәптәр ҙә ябыла.
Киләсәктә был тормоштан
Ни көтөргә тағы ла.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2
Яҡшы шиғыр, бер тынала уҡып сыҡтым. Берәй газит-журналда баҫтырманыңмы әле?