Тел- йөрөтә,тел -өйрәтә тигән,
Бер хаҡ һүҙе йәшәй Халҡымдың,
Эй,Башҡортом! Сит-яҡтарға китеп,
Ниңә сит телдәргә һатылдың?!
Ниндәй телдән кәм һуң минең телем,
Ҡоралһыҙ ҙа йыға дошманды!...
Минең телем генә әйтеп бирер--
Нисек бөркөт ҡая ҡосҡанды...
Шуның өсөн ихлас хөрмәт итәм-
Үҙ телемдән шуға биҙмәйем...
Телем менән сал тарихты гиҙәм-
Телем менән Илде биҙәйем...
...Тыуған телем -балдай татлы минең,
Йәнгә үтеп инә сафлығы...
Минең телем йәнгә яғылғанда-
Башҡа телдәр китә ҡаҡлығып...
..."Ҡолонсағым!"-тиеп иркәләүен-
Нисек онотайым,әсәйҙең...
"Аҡҡошом !"-тип йәрем яратыуҙан-
Яҡтырғандай булды күк йөҙө!
...Сабыйҙарым-иркә ҡошсоҡтарым -
,,Әсәкәйем!" тиеп һыйына...
Йәнен ярып әйткән наҙлы һүҙгә-
Үҙем сабый төҫлө ҡыуанам...
...Ялан сәскәләре кеүек ҡайсаҡ-
Йәнде ялмай хисле һүҙ-гөлөм...
Башҡорт теле-паҡлыҡ,хаҡлыҡ теле,
Илем минең-күңел көҙгөһө....
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1