Предыдущая публикация
Яза бирер кәрәк күңелгә....
....Оҡшамаған ерен соҡоп алып-
Шиғырымды йөндәй тетәләр...
Минең башта ниндәй уй-тойғо бар,
Нисек белһен инде бүтәндәр!...
Ғәйеп эҙләп йәнде сапсымағыҙ,
Сәбәпсеһе лә бит мин түгел...
Көнө-төнө хисле уйҙар һалып-
Ярһыта ла тора был күңел...
.. Бына уға яза бирер кәрәк-
Үҙ язаһы булһын үҙенә,
Шул күңелгә оло йоҙаҡ элеп,
Яулыҡ бәйләр кәрәк күҙенә!...))))
Илһамлы Нур.Асҡар.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3