КЕМ ҒӘЙЕПЛЕ?
Таныш ерҙәр... Йәнгә яҡын ерҙә
Сүп үләне үҫә ҡотороп...
Бында бала-саға уйнай ине
Шау-гөр килеп, урам тултырып.
Эре генә ҡарап тирә-яҡҡа,
Ҡаҙҙар үтер ине теҙелеп...
Мөңрәй-мөңрәй көтөү ҡайтыр ине —
Иҫләп, йәнем илай өҙөлөп.
Был ерҙәрҙә йәшәү дөрләй ине —
Һәр кешегә етер эш ине,
Тракторҙар гөрләп үтер ине,
Тапмаҫ инең эшһеҙ кешене!
Балҡып тора ине тәҙрәләре
Бейек, күркәм, төҙөк өйҙәрҙең...
... Тупраҡ өйөмдәре ятып ҡалған —
Иҫтәлеге яҡты көндәрҙең.
Һәр нигеҙҙең урынында бары
Тороп ҡалған тупраҡ өйөмө...
Ел сығарған эс бошорғос тауыш —
Әллә ошо матәм көйөмө?
Бында ауыл ине. Иң ҡәҙерле,
Иң-иң ғәзиз, яҡын ер ине,
Күпме кеше өсөн ошо ауыл
Бөтә донъяларҙа бер ине.
Хәҙер ул юҡ. Уны үлтергәндәр.
Урам булып ҡәбер теҙелгән.
Өй нигеҙе булған өйөмдәргә
Күпме әсе йәштәр түгелгән...
Күпме кеше тыуған өйһөҙ ҡалып,
Борсаҡ кеүек илгә һибелгән,
Хатта үҙ ерендә ерләнергә
Өмөттәре инде өҙөлгән...
Һәр енәйәт өсөн яза тейеш!
Кем ғәйепле, ҡайҙа язаһы?
Гөрләп торған матур ауылдар юҡ,
Ҡалды бары тарих яҙаһы.
Ҡәһәрләргә була ғәйеплене,
Әллә иларғамы ултырып?
Таныш урам... Өйҙәр урынында
Сүп үләне үҫә ҡотороп...
2021. "Бәхет бар ул!" исемле
китаптан.
#ностальгия
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2
И книгу жизни полистать,
И что там есть всего роднее
Из глубины её достать.
И первую любовь, и детский лепет,
И первый жар прикосновенья губ,
И радость встреч, и время ожиданья,
И горечь, боль ушедших вдаль разлук.
Как хорошо, что есть на свете память,
С годами ей должны мы дорожить,
Как хорошо, что есть любовь на свете,
Как хорошо, что есть желанье жить!
Плывут за пеленою лет картины,
В туманной дымке брезжится рассвет,
Как жаль, что всё от нас ушло с годами
И в прошлое назад дороги нет.
...из интернета