Үҙем күрҙем убырҙы – ашап ята һыйырҙы.
Атамдан ишеткәнем.
Тәбиғәт, ул, маҙалы,
Ҡала тик һоҡланаһы.
Уның ғәзиз балаһы –
Бар тереклек донъяһы.
Тереклектең “башлыһы”,
Аяғүрә баҫҡаны –
Ай-һай, атап буламы
“Ер-әсәгә маҙалы”?
Түгелме ул биҙалы?
Бәлки үгәй балаһы?
Әллә хәсрәт һалғаны?...
Барҙыр белгән саманы,
Ҡуштауҙы һаҡлағаны,
Барҙыр яһил-яуызы,
Юҡтыр уның Аллаһы.
Ҡомһоҙҙарҙың уҙғаны
Ерҙе һурып туйманы.
Фәҡәт улар ҡуйманы –
Ерҙе соҡоп туйманы!
Ерҙе соҡоп туйманы!
Бар уларҙың араһы –
Тауҙы ашап ятҡаны!
Тауҙы ашап ятҡаны!
Күрмәнекме убырҙы –
Ашап ятты Шахтауҙы!
Ахыр йотто Шахтауҙы!
Тереклетең “башлыһы” –
Барҙыр әҙәм аҡтығы,
Кеше йәнен алғаны,
Ҡанҡойош яратҡаны,
Ерҙә һуғыш асҡаны!
Барҙыр әҙәм затлыһы,
Тыныслыҡтыр байрағы!
Шул байраҡты халыҡтар
Тотһон ине юғары!
Шеш.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 1