М. Манапова с Днем работников леса
Хөрмәтле урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!
Урман - беҙҙең дөйөм байлығыбыҙ. Халыҡ хужалығы һәм көнкүрешен үҫтереүҙә лә ул төп таянысыбыҙ. Районыбыҙҙың урман хужалығы өлкәһе хеҙмәткәрҙәре тарафынан урман фондын һаҡлау, тулыландырыу, рациональ файҙаланыу, урман янғындарын булдырмау буйынса әүҙем, һөҙөмтәле эш алып барыла. Урман байлығына бәйле һәр кем киләсәк һағында тора, тип әйтергә мөмкин. Хозур тәбиғәтте һаҡлау, уны киләһе быуындарға ҡалдырыу - изге бурыс. Был ауыр, әммә ихтирамға, рәхмәткә лайыҡ эшкә яҙмышын бәйләгән һәр кемгә оло рәхмәтемде еткерәм.
Байрам көнөндә тармаҡ ветерандарына фиҙакәр хеҙмәттәре, үҙ эштәренә тоғро ҡалғандары өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәрен юллайым.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем!
Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Ғ.М. Манапов
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев