Яҡташыбыҙҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ул - уҡытыусы, публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге һәм Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты. Бөгөнгө көндә лә
Хәйҙәр Ниғәмәт улы яҡташтары менән тығыҙ бәйләнештә. Районда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашып тора.
Хәйҙәр ағай, матур ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлайым! Һеҙгә башҡорт халыҡ йырҙарындай оҙон һәм бәрәкәтле ғүмер, Урал ҡаяларындай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рух ныҡлығы, ижад ҡомары, халыҡ һөйөүе һәм тағы ла үлемһеҙ әҫәрҙәр ижад итеп, әҙәбиәтебеҙ күгендә баҙыҡ йондоҙ булып милләтебеҙҙең күңел көмбәҙен яҡтыртыуығыҙҙы теләйем!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев