Предыдущая публикация
Барығыҙҙы ла Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым!
4 ноябрь – Рәсәй халҡы берҙәмлегенең тәрән тарихи тамырҙарын, традицияларын символлаштырған дәүләт байрамы. Башҡортостан илебеҙҙең күп милләтле төбәктәренең береһе. Ул милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө булып тора.
Йылайыр районында төрлө милләт вәкилдәре берҙәм ғаилә булып тыныс һәм татыу йәшәй. Мәҙәниәттәрҙең һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙең күп төрлөлөгө дөйөм тарихты тәшкил итә, улар беҙҙең бөтәбеҙгә лә яҡын һәм ҡәҙерле.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс, районыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы һәм тотош Рәсәй мәнфәғәттәрендә изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев