Предыдущая публикация
Ошо һүҙҙәр миңә
Ғүмер буйы юлдаш булдылар.
Шуғалырмы эшем һәр саҡ ыңғай,
Юлдарым да гелән уңдылар.
Матур йөрө. Әсәй фатихаһын
Алмайынса сәфәр сыҡманым.
Кеселәрҙе кесе туған күрҙем,
Оло һүҙен бер ҙә йыҡманым.
Бөгөн иһә бына үҙем әсәй-
Улым үҫә. Матур йөрөһөн.
Кешеләргә бул һин изгелекле,
Һәр ҡайҙа ла матур йөрө һин,
Тип оҙатып ҡалам, өй тупһаһын
Аша атлап сыҡһа урамға.
Имен генә йөрө берүк, балам,
Юлыҡмайса елгә, буранға.
Матур йөрө - әсәй фатихаһы,
Ауыр юлда юлдаш иң элек.
Ябай ғына ошо ике һүҙҙә
Әсә йөрәгендәй изгелек.
Айгөл Айытҡолова.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 4