16 октября в городе Стерлитамак состоялось торжественное открытие мемориальной доски памяти Мусы Лутовича Муртазина.
Муса Муртазин был видным военным деятелем, участвовал в Башкирском национальном движении, комбриг. Награждён 3 орденами Боевого Красного Знамени, почётным революционным оружием. Он является автором художественных произведений , а также книг по истории («Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну». Л., 1927; «В Красной Башкирии». М., 1929).
Мероприятие было организовано в рамках празднования Дня Республики Башкортостан. Приветствовали участников события Председатель Президиума “Всемирного курултая башкир”, заместитель Председателя Государственного Собрания – Курултая РБ Аиткулова Эльвира Ринатовна, первый заместитель главы администрации ГО г. Стерлитамак Тротт Юрий Волдемарович, кандидат исторических наук, доцент БашГУ Калмантаев Нурислам Мирхайдарович и председатель Стерлитамакского оотделения “Всемирного курултая башкир”, доцент СФ БашГУ Юсупова Лейсан Яркеевна.
После открытия мемориальной доски состоялась работа Круглого стола, посвященного жизни и деятельности М. Муртазина. Выступили ведущие историки РБ: Н.М. Калмантаев, И.Р. Саитбатталов, А.Г.Салихов. Выступил с речью председатель Исполкома ВКБ Якупов Галим Минегалиевич. Также состоялось на этом мероприятие награждение социально активных граждан города. Провели и чествование юбиляров города: с 30-летним юбилеем газеты «Ашкадар» , с 25-летним юбилеем Гимназии №3 им. Дж. Киекбаева, с 25-летним юбилеем ДОУ №62.
Завершилась встреча возложением цветов к памятнику Ш.Худайбердина.
Внимательное отношение к истории страны, к истории своего края, знание исторических личностей – все это формирует патриотическое сознание наших граждан, усиливает чувство гражданственности.
---------------------------------------------------------
16 октябрь көнө Стәрлетамаҡ ҡалаһында күренекле дәүләт эшмәкәре Муса Мортазин иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Үткән быуаттың 1919-1922-се йылдарында тап ошо К.Маркс урамы 103-сө һанлы йортта Башҡорт хәрби-революция комитеты урынлашҡан булған, сөнки ошо йылдарҙа Стәрлетамаҡ республиканың башҡалаһы булып килә.
Муса Мортазин - башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе (1921—1922), Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы командиры (1919—1920). Комбриг (1935). Сәйәси золом ҡорбаны. Золом ҡорбаны булғанға ла беҙҙең таҡтаташ асыуыбыҙ тарихи ғәҙеллеккә аҙым яһау,тип әйтергә мөмкин.
Таҡтаташты БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, филология фәндәре кандидаты Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Тротт Юрий Волдемарович асып ебәрҙе. Ҡатнашыусылар сәсәкәлр һалды.
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалындағы коворкинг үҙәгендә ғалимдар ҡатнашлығында Түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Тарих биттәрен байҡап, ул йылдарҙы иҫкә алып үтергә күренекле тарихсыларыбыҙ ярҙам итте: Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Ҡалмантаев Нурислам Мирхәйҙәр улы; Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең -Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты көнсығыш ҡулъяҙмалар бүлегенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре- Сәлихов Әхәт Ғөбәй улы; Филология фәндәре кандидаты, БДУ доценты - Искәндәр Рәсүл улы Сәйетбатталов.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының әүеҙем граждандарын БДБҠ исеменән, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай исеменән, БДБҠның Стәрлетамаҡ бүлексәһе исеменән маҡтау грамоталары менән һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләү булды. БДБҠНЫҢ Башҡарма комитеты етәксеһе Яҡупов Ғалим Миңлеғәли улы сығыш яһаны.
Сара аҙағында Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Ш.Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалып, минут тынлыҡ үткәрҙе.
Комментарии 6