Ә һеҙ күп итеп билмән эшләп туңдырҙығыҙмы әле?
Фотоларҙа – Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы оҫта ҡулдары һәм улар эшләгән билмәндәр, мантыйҙар. Эшҡыуар Рауил Усмановтың предприятиеһындағы уңған апайҙарығыҙ яһай уларҙы. Бөрйәндәр “Мәһәҙей” тигән исем ҡушылған был билмәнде ярата икән. Мантыйҙары ниндәй матур... Ни өсөн "Мәһәҙей"? Сөнки билмән цехы тәүҙә Мәһәҙейҙә асылған, унан һуң Әбделмәмбәткә күскән, әммә билмәнгә бирелгән исем ҡалған.
Ә шағирә Тамара апайыбыҙ билмәнде нисек эшләгәнен шиғыр юлдарына һалған:
Билмәнде мин былай әҙерләйем:
Ит турайым, уға һуған ҡушам.
Тоҙ, йомортҡа, һарымһағын өҫтәп,
Борос һалып оҙаҡ итеп баҫам.
Ҡамырҙы мин йәймә итеп йәйәм.
Йә шаҡмаҡлап, йә түңәрәк киҫәм.
Шунан балғалаҡлап ҡамырыма
Ит ҡыҫтырып, семәрләүгә күсәм.
Билмәнде мин йә һурпаһы менән,
Йә томатлап бирәм, йә ҡаймаҡлап.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев