Олег – яҡташыбыҙ, Өфөлә йәшәй. Социаль селтәрҙәрҙә сәйәхәтенән яҙмаларын, фотоларын һәм видеоларын һалып бара. Уралды, уның тарихын, бөгөнгөһөн, гүзәллектәрен иҫ киткес һөйөү менән һүрәтләй. Халыҡҡа изге төйәгебеҙ тураһында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт еткерергә тырыша.
Бер нисә йыл буйы Олег Чегодаев Урал тураһында китапхана туплай. Электрон варианттарын уҡырға, ҡағыҙҙағыларын барып һатып алырға була.
Олегтың юлъяҙмаларҙан, фотоһүрәттәрҙән торған “Уральская экспедиция Чегодаева” тигән китабы ла сыҡты. Был китаптан һоҡланғыс бер фотоны күрегеҙсе – ни тиклем гүзәллек, ниндәй сихри төн зәңгәрлеге был һүрәттә! Төнгө Күперле шарлауығы. Ә китапта фото тураһында бына нимә яҙылған:
“Тем приятнее и и ценнее усилия, которые потратил на то, чтобы сделать его. Стоял в воде, бегал по скалам расставляя свет, обзябшими руками раз за разом нажимал на кнопку спуска затвора. И ждал долгие десятки секунд выдержки.
Ну, кажется вопрос с водопадом Куперля закрыт в моем портфолио. Он есть у меня во всех теперь состояниях и настроениях”.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев