Предыдущая публикация
Кейекбаев уҡыуҙарының географияһы киңәйә , эстәлеге арта
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында “XVII Кейекбаев уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә бағышланған был мөһим, ҙур ваҡиғала 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. “Кейекбаев уҡыуҙары” БР Мәғариф һәм фән министрлығы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы ғалимдары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының мәғариф бүлеге менән берлектә уҙғарылды.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев