Предыдущая публикация
Әсмә ЯХИНА-ИСМӘҒИЛЕВА, РФ-ның мәғариф алдынғыһы:
– Үҙем көтөп алһам да, ауырып китеү сәбәпле, шәхсән интернаттың 100 йыллыҡ юбилейына бара алманым. Шулай ҙа, юбилей айҡанлы сығарылған “Ленин мәктәбе – минең мәктәбем” тип аталған китапты ҡулыма алырға насип булды. Бик матур тышлы, етәкселәрҙең, уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың хәтирәләренән торған материалдарға бай китап сыҡҡан. Бындағы материалдарҙы, фотоларҙы күреп, үҙҙәренең класын күреп бик күптәр хәтирәләргә бирелеп йөрөйҙөр әле. Ленин мәктәбенең ҡасан барлыҡҡа килеүе, уны булдырыу өсөн ниндәй шәхестәрҙең көрәшеү тарихы, минең өсөн, әлбиттә, ҙур яңылыҡ булды.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев