Предыдущая публикация
Кодты сканерлаһағыҙ, «Телеграм»ығыҙ асыла ла уға сит ҡоролма тоташтырылыуы тураһында хәбәр килә.
Ике факторлы һаҡланыу сараһы ҡуйған булһағыҙ, мессенджер СМС аша ебәрелгән код йәки пароль талап итә. Уны индергәндән һуң мутлашыусылар «Телеграм»дағы аккаунтығыҙға инә аласаҡ. Тимәк, мутлашыусылар өсөн бөтә бәйләнештәрегеҙ һәм хаттарығыҙ асыла.
🛡️Енәйәтселәрҙең ҡорбаны булмаҫ өсөн иғландарҙа күрһәтелгән QR-кодтар буйынса күсмәгеҙ. Йорт чатына һылтанманы күршеләрегеҙҙән, өй йәки подъезд буйынса яуаплы кешенән һорап алығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев