Нимә үҙгәрәсәк – ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре аңлата.
🔵 Һунарсы билетын:
- тәүге тапҡыр алғанда
- һунар итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү ваҡыты тамамланғандан һуң уны ҡабат алғанда һунар итеү минимумына ингән белемде тикшереү үтергә кәрәк буласаҡ.
⚪ Һунар минимумы:
- һунар ваҡытында хәүефһеҙлек талаптары;
- һунар итеүҙәге сикләүҙәр, шулай уҡ башҡа талаптар;
- ҡырағай хайуандар биологияһы нигеҙҙәре өлкәһендәге белемде тикшерә.
🔵 Шулай уҡ һунар минимумы:
- һунар мылтығына ҡарамаған һунарсы ҡорамалдары менән хәүефһеҙ эш итеү;
- үҙеңдең торған урыныңды билдәләү;
- һунарсылыҡ табышы менән эш итеү буйынса күнекмәләрҙе үҙ эсенә аласаҡ.
Һунар минимумы буйынса белемде тикшереү бушлай тест формаһында үтә. Тест үткәреү тәртибе Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығында ҡарала.
✉️ Һунарсы билетын юллау өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм бының өсөн нимәләр кәрәк – ошо хаҡта беҙҙең яҙманы бирелгән һылтанма буйынса инеп уҡығыҙ.
📱 Шулай уҡ 2025 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда йәшәүселәр һунарсы билетын электрон формала алырға мөмкин. Дәүләт хеҙмәттәрендә ғариза бирергә була. Ҡағыҙға баҫтырылған билет кәрәкһә, был хаҡта ғаризағыҙҙа билдәләп үтегеҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев