Шулай уҡ автомобилдәр йәйәүлеләргә ҡамасауламаҫҡа тейеш.
📍 Ихатала автомобиль ҡуйыу тыйылған урындар:
- йәйәүлеләр үткәүеленең тирә-яғы;
- сүп-сар өсөн контейнер майҙансыҡтары;
- газондар һәм йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән юлдар, тротуарҙар;
- балалар һәм спорт майҙансыҡтары;
- янғын һүндереү гидранттары өсөн тәғәйенләнгән майҙансыҡтар.
❌ Сүп-сар контейнерҙарына үтеү юлын ҡаплаған йәки автомобилен йәшел үләнле урында ҡалдырған ҡағиҙә боҙоусыларға административ яза – штраф ҡаралған. Уның күләме ҡағиҙә боҙған кешегә һәм был осраҡтың нисә тапҡыр ҡабатланыуына ҡарап үҙгәрә:
- граждандар өсөн – 1 меңдән 2 мең һумға тиклем (ҡабатлап ҡағиҙә боҙған осраҡта – 3-4 мең һум);
- вазифалы кешеләр өсөн – 5 меңдән 10 мең һумға тиклем (ҡабатлап ҡағиҙә боҙған осраҡта – 15-20 мең һум);
- юридик шәхестәр өсөн – 20 меңдән 30 мең һумға тиклем (ҡабатлап ҡағиҙә боҙған осраҡта – 35-50 мең һум).
Шулай уҡ Башҡортостандың һәр муниципалитетында дөйөм ҡулланылыштағы биләмәләрҙә күсмә әйберҙәрҙе урынлаштырыуҙың үҙ ҡағиҙәһе бар. Уларҙы боҙған өсөн дә штраф һалына:
- граждандар өсөн – 500 һумдан 2 мең һумға тиклем;
- вазифалы кешеләр өсөн – 3 меңдән 8 мең һумға тиклем;
- юридик шәхестәр өсөн – 10 меңдән 15 мең һумға тиклем.
📱 Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын күрһәгеҙ, чат-ботҡа хәбәр ебәрә алаһығыҙ. Шул хаҡтағы яҙмабыҙ ошонда.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев