Документта имтихан биреүсе тапшырырға йыйынған фәндәрҙе күрһәтергә кәрәк.
✉️ Ғаризаны нисек бирергә?
- Мәктәпте быйыл тамамлаусылар уҡыу урынында ғариза бирә.
- Үткән йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар һәм колледж студенттары имтихан тапшырыу өсөн теркәлеү урынына ғариза бирергә тейеш. Башҡортостандағы ошондай урындар исемлеген бирелгән һылтанма буйынса ҡарағыҙ.
Ғаризаны имтихан биреүселәр шәхсән йәки уларҙың ата-әсәләре (законлы вәкилдәре) яҙа.
📁 Ниндәй документтар кәрәк?
- Уҡыусыларға: паспорт.
- Һаулыҡ буйынса сикләүҙәре булғандарға: паспорт, инвалидлығын йәки башҡа үҙенсәлектәрен раҫлаған медицина белешмәһе.
- Уҡыуын үткән йылдарҙа тамамлағандарға: паспорт, мәктәп аттестаты йәки колледжды тамамлау тураһында диплом.
- Колледж студенттарына: паспорт, ағымдағы уҡыу йылында урта дөйөм белем биреү программаһын үҙләштереү тураһында белешмә. Белешмәне белем биреү ойошмаһында алырға мөмкин.
1 февралдән һуң ғариза документтар ярҙамында раҫлау мөмкин булған етди сәбәптәр булғанда ғына ҡабул ителә. Бындай ғаризалар һайлаған имтихан башланыуға ике аҙнанан да һуңға ҡалмайынса түбәндәге адрес буйынса тапшырыла: 450077, Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2, 106-сы бүлмә.
📞 "Берҙәм дәүләт имтиханының ҡыҙыу линияһы" телефондары:
- 8 (347) 218-03-81;
- 8 (347) 218-03-28.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев