Башҡортостан Республикаһының Ветеринария буйынса дәүләт комитеты белгестәре һорауға яуап бирә.
Бесәй балаһын 8-12 айлыҡ сағында өлкән бесәйҙәргә тәғәйенләнгән ризыҡҡа күсерергә кәңәш ителә, әммә ҡайһы бер тоҡомлоларын һуңыраҡ күсерәләр, мәҫәлән, эре тоҡомло мейн-кундар ике йәш-ике йәш ярымға тиклем бәләкәс тип һанала. Дүрт аяҡлы дуҫығыҙға аҙыҡтың был төрөн бирергә яраймы-юҡмы, тип шикләнһәгеҙ, ветеринар менән кәңәшләшегеҙ.
Аҙыҡтың бер төрөнән икенсеһенә 2-3 аҙна дауамында күсерергә, хайуандың ғәҙәти ризығына яңы аҙыҡты әкренләп – күләмен яйлап арттырып бирергә кәрәк. Әгәр йорт хайуаны яңы ризыҡты ҡабул итмәһә, элекке рационға ҡайтып, ветеринарға мөрәжәғәт итеү яҡшыраҡ.
❓ Ни өсөн өлкән бесәйҙәргә бесәй балаһы өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡты бирергә ярамай?
Бесәй балаларына тәғәйенләнгән аҙыҡҡа организм үҫеше өсөн кәрәкле аҡһым менән бесәй балаларының теремеклегенә иҫәпләнгән калориялар күберәк ҡушыла. Бынан тыш, бесәй балалары ризығы составында омега-3 һәм омега-6 май кислоталары, кальций, фосфор һәм витаминдар күберәк.
▶️ Бесәй балаһы өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡты ашатһаң, артыҡ калориялар өлкән йорт хайуанының һимереүенә, ә артыҡ аҡһым, витаминдар һәм минералдар уның бөйөрө, бәүел сығарыу ағзалары һәм теш эмаленең боҙолоуына килтереүе мөмкин.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев