🔵 Амбулатория-поликлиника звеноһының ял көндәре:
- 2024 йылдың 29 декабре;
- 2025 йылдың 1, 5 һәм 7 ғинуары.
⚪ Поликлиникалар:
- 2024 йылдың 30, 31 декабрендә;
- 2025 йылдың 2, 3, 4, 6 һәм 8 ғинуарында сәғәт 8:00-ҙән 17:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. 16:00 сәғәткә тиклем табипты өйгә саҡырыу (шул иҫәптән кисектергеһеҙ ярҙам) буйынса мөрәжәғәттәр ҡабул ителә.
2024 йылдың 30, 31 декабрендә һәм 2025 йылдың 2, 3, 4, 6, 8 ғинуарында профилактик медицина тикшереүе һәм диспансеризация үтергә мөмкин.
🤰 Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары 2024 йылдың 30, 31 декабрендә һәм 2025 йылдың 2, 3, 4, 6, 8 ғинуарында эшләйәсәк. Шул уҡ көндәрҙә йөклө ҡатындар УЗИ һәм скрининг үтә ала.
👶 Яңы тыуған сабыйҙарға киңәйтелгән неонаталь скрининг 2024 йылдың 30 декабрендә һәм 2025 йылдың 2, 3, 4, 6, 8 ғинуарында үткәрелә.
🚑 Стационарҙар, травмпункттар һәм ашығыс медицина ярҙамы тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев