Атап үтелгән ведомствоның Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре яуап бирә.
Эйе, реконструкция һөҙөмтәһендә шәхси торлаҡ йорттоң характеристикаһын үҙгәртеү Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына мәғлүмәт индереүҙе талап итә. Үҙгәрештәргә түбәндәгеләр ҡарай:
- төкәтмә төҙөү;
- өйҙөң ҡаттарын үҙгәртеү;
- төп конструкцияларҙы тергеҙеү йәки үҙгәртеү.
📃 Процедура ғариза һәм кадастр инженеры әҙерләгән йорттоң техник планы нигеҙендә башҡарыла. План күсемһеҙ милек объекты тураһындағы декларация нигеҙендә әҙерләнә. Декларацияны торлаҡ йорттоң хоҡуҡи яҡтан хужаһы төҙөй һәм раҫлай.
Әгәр торлаҡ йорт баҡсасылыҡ, шәхси торлаҡ төҙөлөшө (ИЖС) йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ (ЛПХ) алып барыу өсөн тәғәйенләнгән ер участкаһында урынлашҡан икән, 2031 йылдың 1 мартына тиклем техник план күҙалланған реконструкция һәм реконструкцияның тамамланыуы тураһында урындағы үҙидара органдарға хәбәр итмәйенсә әҙерләнергә мөмкин.
Шулай уҡ уҡығыҙ:
▫️ Дәүләт хеҙмәттәре аша хоҡуҡ билдәләүсе документтарҙың йөкмәткеһе тураһындағы өҙөмтәне нисек алырға?
▫️ Әгәр Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан алған өҙөмтәлә хата күрһәгеҙ, нимә эшләргә?
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев