Был финанс грамоталылыҡ буйынса бушлай вебинарҙар циклы.
Дәрестәр 2024 йылдың 23 октябренән 20 ноябренә тиклем үтә. Бөтәһе биш дәрес ойошторола. Ҡатнашыусылар ни өсөн инфляцияның барлыҡҡа килеүен, генератив яһалма интеллекттың, дропперлыҡтың нимә икәнен һәм башҡа мәсьәләләрҙе өйрәнәсәк.
📱 Ҡатнашыу өсөн проект сайтында теркәлергә кәрәк була.
Вебинарҙар шаршамбы һайын (23 һәм 30 октябрь, 6,13 һәм 20 ноябрь) Өфө ваҡыты буйынса сәғәт 12:00-лә башлана. Көндәлек эштәрегеҙҙе онлайн-дәрестәр графигына яраҡлаштырыу мотлаҡ түгел — яҙмалар платформала урынлаштырыласаҡ. Уларҙы уңайлы ваҡытта ҡарарға мөмкин.
Теркәлгән ҡатнашыусылар араһында аҙна һайын фирма мерчы уйнатыла.
💻 Тулы мәғлүмәт — проекттың социаль селтәрҙәрендә:
▫ Бәйләнештә.
▫️ Telegram.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев