Шул уҡ ваҡытта инвалн водитель дә, пассажир ҙа була ала.
Урынды нисек рәсмиләштерергә – Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре аңлата.
📝 Бушлай парковканы:
— I һәм II төркөм инвалидтары;
— инвалид балалар;
— үҙ аллы хәрәкәт итеү һәләте сикләнгән III төркөм инвалидтары файҙаланған автомобилдәр өсөн юлларға мөмкин.
🚗 Ниндәй автомобилдәргә парковка алып була:
- шәхси автомобиль;
- такси йәки каршеринг;
- инвалид кешене йөрөткән туғанының, дуҫының йәки танышының автомобиле.
✉️ Ғаризаны:
▫ Дәүләт хеҙмәттәре аша бирергә мөмкин
Һеҙҙең паспорт мәғлүмәттәре, автомобилдең номеры һәм маркаһы кәрәк буласаҡ.
Ғаризала парковканың ниндәй осорға кәрәк буласағын күрһәтеү мотлаҡ. Уны мөҙҙәтһеҙ йәки йөрөү ваҡытын күрһәтеп рәсмиләштерергә мөмкин. Урынды кәмендә бер тәүлеккә алалар.
Әгәр парковка осорон үҙгәртергә теләһәгеҙ, яңынан ғариза бирергә кәрәк. Алдағыһы автоматик рәүештә юҡҡа сығарыла.
Мәғлүмәттәр автомат рәүештә «Социаль өлкәләге берҙәм үҙәкләштерелгән һанлы платформаға» индерелә.
▫ Күп функциялы үҙәк офисында
Инвалидтар өсөн паспорт һәм СНИЛС кәрәк буласаҡ.
Вәкилдәр өсөн: инвалид кешенең паспорты (14 йәшкә тиклемге бала өсөн – тыуыу тураһында таныҡлыҡ) һәм СНИЛС документы, вәкилдең паспорты һәм уның вәкәләттәрен раҫлаған документ кәрәк.
Хеҙмәткәрҙәр автомобилдең «Социаль өлкәләге берҙәм үҙәкләштерелгән һанлы платформаға» индерелеүе тураһында мисәт һуғып раҫланған хат бирә.
❗ Инвалид баланың йәки эшкә һәләтһеҙ кешенең законлы вәкилдәре Күп функциялы үҙәктә генә ғариза бирә ала.
Бер кеше бер автомобиль өсөн генә бушлай парковка юллай ала. Әгәр автомобилегеҙҙе алмаштырһағыҙ, яңы ғариза биреү һәм яңы автомобилдә «Инвалид» билдәһен ҡуйыу етә.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев