Шулай булыуға ҡарамаҫтан, талпан ҡаҙалһа, нимә эшләргә?
🚑 Тәү сиратта дауаханаға мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ундай мөмкинлек булмаһа, талпанды үҙегеҙгә алырға кәрәк:
1️⃣ Дарыуханала һатып алырға мөмкин булған махсус ҡулайламалар ҡулланығыҙ: талпан һурғыс, ҡәләм-лассо, талпанды алыу өсөн пинцет.
Әгәр улар булмаһа, нәҙек осло пинцет, еп (уны тирегә батҡан томшоҡ тирәләй бәйләп, әйләндереп һәм һелкетеп өҫкә тартырға) ҡулланырға мөмкин. Бик булмаһа, талпанды томшоғонан тырнаҡтарығыҙ менән мөмкин тиклем тирегә яҡыныраҡ тотоғоҙ.
Эләктергәс, талпанды үҙ күсәре тирәләй 360 градусҡа бороп, өҫкә тартырға кәрәк.
2️⃣ Талпанды алғанда уны ҡыҫмағыҙ — яраға ауырыу тыуҙырыусы микробтар эләгеү хәүефе бар.
3️⃣ Талпан тешләгән урынды йод йәки спирт менән эшкәртегеҙ.
4️⃣ Яҡындағы травмпунктҡа медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итегеҙ.
❗ Талпанды яланғас ҡул менән тартып сығарыу йәки һытыу ҡәтғи тыйыла.
Талпанды бер аҙ дымлы мамыҡ киҫәге менән герметик һауытҡа һалығыҙ һәм уны тикшереү өсөн лабораторияға тапшырығыҙ. Башҡортостандағы лабораториялар адрестары — ошонда.
❄️ Лабораторияға иткәнгә тиклем һауытты +4-тән +8 градусҡа тиклем температурала (һыуытҡыс, боҙ менән термос һ.б.) һалҡын урында һаҡларға кәрәк.
Ошо ҡағиҙәләрҙе балаға аңлатығыҙ, ул шунда уҡ өлкәндәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итһен. Мәғлүмәтте яҡындарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев