Был аҡсаны тик ошо йортто капиталь ремонтлауға йүнәлтергә мөмкин.
Түбәндәгеләр иҫәптең хужаһы була ала:
- торлаҡ милекселәре ширҡәте;
- идарасы компаниялар;
- торлаҡ кооперативтары;
- капиталь ремонт буйынса төбәк операторы.
⚖️ 2024 йылдың 1 сентябренән хужалары аҡса туплау өсөн махсус иҫәп булдырырға ҡарар иткән күп фатирлы йортта капиталь ремонтты ойоштороу һәм үткәреү тәртибенә ҡағылған үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Артур Дәүләтшин аңлатма бирә:
▫️ Бындай йорттарҙа капиталь ремонтлау эшен башлау өсөн хәҙер төҙөлөш подряды килешеүе нигеҙ булып торорға тейеш.
Подрядсы инженер эҙләнеүҙәре, архитектура-төҙөлөш проектлауы, төҙөлөш, реконструкция, капиталь төҙөлөш объекттарын капиталь ремонтлау өлкәһендә үҙ-үҙен көйләүсе ойошма ағзаһы булырға тейеш. Махсус иҫәп хужаһы подрядсынан шуларҙы раҫлаған документтар һорай ала.
Дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиеларға, учреждениеларға был ҡағиҙә ҡағылмай.
▫️ Бындай йорттарҙа эш башҡарғанда төҙөлөш контроле мотлаҡ. Закон буйынса уны ике ысул менән үткәрергә мөмкин:
1️⃣ Төбәк властары төҙөлөш контролен бпшҡарасаҡ структураны билдәләй. Уның власть органы йәки ведомство ҡарамағындағы учреждение булыуы мөмкин.
2️⃣ Күп фатирлы йорт хужалары дөйөм йыйылышта төбәк структуралары контроленән баш тартып, башҡа ойошма һайлай ала.
▫️ Хәҙер күп фатирлы йорт хужалары йыйылышында иҫәпте формалаштырыу ысулын һайлағанда махсус иҫәп хужаһы протоколдың төп нөсхәһе Торлаҡ-төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына ебәрелгәнлеге тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш.
▫️ Дөйөм йыйылыш протоколында төҙөлөш подряды килешеүен төҙөү өсөн вәкәләтле кеше һайлау тураһында ҡарар булырға тейеш.
▫️ Төҙөлөш подряды килешеүендә төҙөлөш контролен тормошҡа ашырыу шарттары яҙылырға тейеш.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев